Билдәле булыуынса, ошо көндәрҙә Президент Владимир Путин 3 - 15 йәшлек балаларға ярҙам маҡсатында 10 мең һумлыҡ бер тапҡыр түләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы.
Ошо айҡанлы иҡтисад фәндәре кандидаты, Өфө дәүләт нефть техник университеты доценты Константин Кузьминых үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты.
“Владимир Путиндың был ҡарары үтә мөһим. Унда, беренсенән, ғаиләләрҙе мохтаж һәм мохтаж булмағандарға бүлеү юҡ. Был бик дөрөҫ, тип иҫәпләйем, сөнки бөтә балалар ҙа дәүләт ярҙамына мохтаж, ғаиләнең дөйөм килеме ниндәй булыуға ҡарамаҫтан. Икенсенән, сер түгел, балалы ғаиләләрҙең күпселегенең хәле мохтаждарҙыҡынан әллә ни айырылмай.
1 июндән өс йәштән 15 йәшкә тиклемгеләр барыһы ла 10 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелгән түләү аласаҡ. Бала ҡарау буйынса минималь пособиеның күләме ике тапҡырға – 6751 һумға тиклем арттырыласаҡ, уны эшләмәгән кешеләр, шулай уҡ студенттар ҙа аласаҡ. Балалары булған ғаиләләргә яҡшы яңылыҡ: ғаилә килеме бер кеше башына минималь йәшәү күләменән әҙ булған осраҡта, улар июндә (ярты йыл өсөн) бер балаға уртаса 33 мең һум ярҙам аласаҡ. Эшен юғалтҡан ата-әсәләргә һәр балаһы өсөн өс ай дауамында өс мең һум күләмендә аҡса түләнәсәк. Шулай уҡ федераль үҙәк әсәлек капиталы алған ғаиләләргә биш мең һум өҫтәп түләүҙе хупланы.
Иҡтисадтың аяҡҡа баҫырына ышанабыҙ, әммә халыҡтың килеменең кәмеүе тураһында оноторға ярамай. Балаларҙы ашатыу ғына түгел, уларҙы тәрбиәләргә һәм үҫтерергә кәрәк, был да ғаиләләр өсөн күп сығым талап иткәнен һәр кем яҡшы аңлай”.
Фото К. Кузьминыхтың ғаилә архивынан.