Бөтә яңылыҡтар
СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
14 Май 2020, 15:13

Сикләү бөтөрөлдө

*

Рәсәй Президенты Владимир Путин эшләмәгән көндәрҙең тамамланыуы тураһында хәбәр итте һәм коронавирус пандемияһы шарттарында иҡтисадҡа, ғаиләләргә, эшһеҙ ҡалғандарға күрһәтеләсәк яңы ярҙам төрҙәре тураһында әйтте.
Балалы ғаиләләргә яңы ярҙам саралары ҡаралған.
Быға тиклем президент 3 йәшкә тиклемге балалары һәм әсәлек капиталына эйә булған ғаиләләр 3 ай дауамында 5-әр мең һум аласаҡ тигәйне. Хәҙер бында тейешле ваҡыттан һуңыраҡ тыуғандарға ҡуйылған сикләү бөтөрөлдө. Шулай уҡ әсәлек капиталына хоҡуғы булмағандар ҙа был ярҙамға дәғүә итә ала. Әгәр ата-әсәләрҙең береһе йә икеһе лә эшен юғалтҡан осраҡта, уларҙың бәлиғ булмаған һәр балаһы өсөн 3 ай дауамында – апрелдән июнгә тиклем 3-әр мең һум түләнә.
Читайте нас: