Бөтә яңылыҡтар
СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
14 Май 2020, 15:32

Эшен юғалтҡандарға ярҙам

*

Рәсәй Президенты Владимир Путин эшләмәгән көндәрҙең тамамланыуы тураһында хәбәр итте һәм коронавирус пандемияһы шарттарында иҡтисадҡа, ғаиләләргә, эшһеҙ ҡалғандарға күрһәтеләсәк яңы ярҙам төрҙәре тураһында әйтте.
Балалы ғаиләләргә яңы ярҙам саралары ҡаралған.
-Быға тиклем президент 3 йәшкә тиклемге балалары һәм әсәлек капиталына эйә булған ғаиләләр 3 ай дауамында 5-әр мең һум аласаҡ тигәйне. Хәҙер бында тейешле ваҡыттан һуңыраҡ тыуғандарға ҡуйылған сикләү бөтөрөлдө. Шулай уҡ әсәлек капиталына хоҡуғы булмағандар ҙа был ярҙамға дәғүә итә ала. Әгәр ата-әсәләрҙең береһе йә икеһе лә эшен юғалтҡан осраҡта, уларҙың бәлиғ булмаған һәр балаһы өсөн 3 ай дауамында – апрелдән июнгә тиклем 3-әр мең һум түләнә.
Читайте нас: