Башҡортостанда социаль учреждениелар хеҙмәткәрҙәре коронавирус шарттарында эшләгән өсөн федераль һәм республика бюджетынан түләү алырға тейеш, тип хәбәр итте республика Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.
Карантин осоронда йорт-интернаттарҙа йәшәүселәр менән ҡалған социаль хеҙмәткәрҙәргә федераль бюджеттан сменаһына – 25-әр мең һум, республика ҡаҙнаһынан 15-әр мең һум түләнә.
Әгәр социаль учреждениела яңы коронавирус инфекцияһы йоҡтороуҙың раҫланған осраҡтары булһа, хеҙмәткәрҙәргә федераль бюджеттан – 35-әр мең һум, республика ҡаҙнаһынан 25-әр мең һум бирелә.
Түләү осоро – 2020 йылдың 15 апреленән 15 июленә тиклем. Хеҙмәткәрҙәргә аҡса июнь айында күсә башлай.