Бөтә яңылыҡтар
СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
14 Май 2020, 13:09

Балалы ғаиләләргә - 10 мең

1 июндән һуң 3-тән 16 йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләр һәр бала өсөн 10 мең һум түләү ала аласаҡ. Шуныһы шарт – 1 июлгә тиклем балаға 16 йәш тулмаҫҡа тейеш.

Рәсәй Президенты Владимир Путин эшләмәгән көндәрҙең тамамланыуы тураһында хәбәр итте һәм коронавирус пандемияһы шарттарында иҡтисадҡа, ғаиләләргә, эшһеҙ ҡалғандарға күрһәтеләсәк яңы ярҙам төрҙәре тураһында әйтте.
Балалы ғаиләләргә лә яңы ярҙам саралары ҡаралған.
1 июндән һуң 3-тән 16 йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләр һәр бала өсөн 10 мең һум түләү ала аласаҡ. Шуныһы шарт – 1 июлгә тиклем балаға 16 йәш тулмаҫҡа тейеш. Был түләү бер тапҡыр башҡарыласаҡ, уны юллау өсөн бер ниндәй ҙә белешмәләр йыйыу кәрәкмәй – 1 октябргә ҡәҙәр интернет аша Дәүләт хеҙмәттәре порталында заявка биреү ҙә етә. Башҡортостанда 700 меңдән ашыу бала ошо ярҙамды алырға хоҡуҡлы.
Читайте нас: