Рәсәй Президенты Владимир Путин эшләмәгән көндәрҙең тамамланыуы тураһында хәбәр итте һәм коронавирус пандемияһы шарттарында иҡтисадҡа, ғаиләләргә, эшһеҙ ҡалғандарға күрһәтеләсәк яңы ярҙам төрҙәре тураһында әйтте.
3 йәштән 7 йәшкә тиклемге балалары булған аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр алдан хәбәр иткәнсә 1 июлдән түгел, ә 1 июндән пособиены юллай аласаҡ. Башҡортостанда улар ай һайын яҡынса 4900 һум аласаҡ. Шуны әйтеп үтеү мөһим, аҡса йыл башынан килгән осор өсөн йыйылып бирелә, һәм июндә бер бала өсөн ғаилә шунда уҡ алты айҙың аҡсаһын, тимәк 30 мең һум самаһы аласаҡ. Артабан айлыҡ пособиены түләү дауам итәсәк.