Бөтә яңылыҡтар
СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
12 Май 2020, 00:05

Балалы ғаиләләр, ҡыуанығыҙ!

Коронавирус пандемияһы шарттарында иҡтисадҡа, ғаиләләргә, эшен юғалтҡан кешеләргә күрһәтеләсәк яңы ярҙам төрҙәре тураһында

Бөгөнгө ил Президенты Владимир Путиндың сығышы күңелле яңылыҡтарға бай булды. Беренсенән, ул үҙ-үҙеңде изоляциялау режимы тамамланыу тураһында хәбәр итһә, икенсенән, коронавирус пандемияһы шарттарында иҡтисадҡа, ғаиләләргә, эшен юғалтҡан кешеләргә күрһәтеләсәк яңы ярҙам төрҙәре тураһында әйтте.
– Әле, сикләү режимынан сыға ғына башлаған саҡта, кешеләрҙә һәм бизнеста бик күп проблемалар йыйылды. Хәҙер беҙгә өҫтәмә саралар, кешеләргә тура ярҙам кәрәк, – тине Владимир Путин.
Президент яңы саралар тәҡдим итте. Айырыуса ныҡлы ярҙам балалары булған ғаиләләргә күрһәтеләсәк. Быға тиклем Владимир Путин өс йәшкә тиклемге балалары һәм әсәлек капиталына хоҡуғы булған ғаиләләр өс ай дауамында бишәр мең һум аласаҡ тигәйне. Был ярҙам төрөндә бер ни тиклем сикләүҙәр бар ине, тейешле ваҡыттан һуңыраҡ тыуғандар уға дәғүә итә алмай ине. Хәҙер бөтә ғаиләләр ҙә уны аласаҡ. Шулай уҡ әсәлек капиталына хоҡуғы булмағандар ҙа был ярҙамға дәғүә итә. Тағы бер сара: ата-әсәләрҙең береһе йә икеһе лә эшен юғалтҡан осраҡта, уларҙың бәлиғ булмаған һәр балаһы өсөн өс ай дауамында (апрелдән июнгә тиклем) өсәр мең һум түләнә.
Бынан тыш, Владимир Путин “балалары булған ғаиләләрҙең хәлен аңлайым һәм уларға һәр саҡ ярҙам кәрәклеген беләм” тине. Ошо уңайҙан ул яңы сара тәҡдим итте. 1 июндән 3 йәштән 16 йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләр һәр бала өсөн 10 мең һум түләү ала аласаҡ. Был түләү бер тапҡыр башҡарыласаҡ, уны иртәгәнән интернет аша юллай башларға була. Тағы бер сара: балалар пособиеһы 3375 һумдан ике тапҡырға артасаҡ.
Алдараҡ белдерелгән сара, өс йәштән ете йәшкә тиклемге аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр 1 июндән был пособиены юллай аласаҡ. Улар ай һайын 5,5 мең һум аласаҡ. Шуныһы, аҡса йыл башынан килгән осор өсөн йыйылып бирелә, һәм июндә бер бала өсөн ғаилә шунда уҡ алты айҙың аҡсаһын, тимәк 33 мең һум самаһы аласаҡ. Артабан 5,5 һум кимәлендә түләү дауам итәсәк.
Владимир Путин белдереүенсә, һөҙөмтәлә 27 миллион самаһы Рәсәй балаһы ярҙам аласаҡ.
Фото: yandex.by
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: