Бөтә яңылыҡтар
СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
14 Март 2020, 00:12

Һандуғас инәйгә 90 йәш!

Юбилярҙың 19 ейән-ейәнсәре, 12 бүләһе бар //

Тыл хеҙмәтсәне Һандуғас Рәимова 90 йәшлек юбилейын билдәләй. Ошо күркәм ғүмер байрамы менән уны муниципаль район хакимиәте вәкиле Фидан Хәкимов һәм район ветерандары ойошмаһы рәйесе Роза Аллағолова ҡотланы.
Улар Һандуғас Ғөбәй ҡыҙына муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәриповтың ҡотлау һүҙҙәрен еткереп, “1941-1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 75 йыллығы” миҙалын, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Юбиляр ҡотлау сәләмдәрен ҡыуанып ҡабул итте.
Һандуғас Рәимова 1-се Мырҙа ауылында донъяға килгән. Һуғыш йылдарында ололар менән бер рәттән ең һыҙғанып эшләй. Ул күп йылдар дауамында, хаҡлы ялға сыҡҡансы “Матрай” совхозында эшләй.
Ире менән улар алты бала тәрбиәләп үҫтергән. Бөгөн инәй яҡындарының иғтибары һәм ихтирамына ҡыуанып йәшәй. Юбилярҙың 19 ейән-ейәнсәре, 12 бүләһе бар.
Һандуғас инәйгә һаулыҡ, оҙон ғүмер, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ.
Муниципаль район хакимиәте төркөмөнән алынды

Читайте нас: