Районда ҡар күп яуҙы, инде көрәргә лә, көрәргә. Районда ойошма-учреждениелар территорияһын ҡарҙан таҙартыу өмәһенә һәр ҡайҙа әүҙем ҡушылдылар. Берҙәм эш берәгәйле лә бит.
Бынан тыш, социаль объекттар ҡыйыҡтарындағы ҡар һәм боҙбармаҡтарҙы ла оноторға ярамай. Ҡыйыҡтан ҡар йәки осло боҙбармаҡ төшөп, кешеләрҙең ҡазаланған осраҡтары ла ишетелеп тора.
Иртән һыуытып, төндәрен һыуытыу сәбәпле юлдар бик тайғаҡ, боҙ менән ҡапланған. Һәр ойошма-учреждение, сауҙа учреждениелары, бигерәк тә халыҡ күп йөрөгән урындарҙа кешеләрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында боҙ ҡатламдары булған урындарға реагенттар, ҡом һибеү ҙә зарур.