Кисә Радий Хәбиров Һамар өлкәһендә хәрби әҙерлек үткән «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы хәрбиҙәре менән аралашты.
25-се дөйөм ғәскәр армияһы командующийы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы генерал-майор Андрей Серицкий дәүләт мәнфәғәттәрен яҡларға теләк белдергән яугирҙәргә рәхмәт әйтте.
Полк яугирҙәре республика етәксеһенә ярҙам күрһәткән өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙар бирҙе.
«Бында коллектив дуҫ. Командирҙар ҙа ир-егеттәрҙең кимәле лә, хәрби рухы ла юғары булыуын билдәләй. Бында 40 йәшлектәр ҙә, 50 йәшлек яугирҙәр ҙә бар. Улар казармаларҙа йәшәй. Беҙ уларға булышлыҡ итеү тураһында һөйләшеп килештек. Тыныс күңел менән ҡайтып китәм. Яугирҙәрҙең хәрби әҙерлек үтеү өсөн ваҡыты етерлек», - тине Радий Хәбиров.