Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
15 Май 2023, 14:37

Башҡортостан Башлығы кадрҙар тәғәйенләү тураһында белдерҙе

/

Башҡортостан Башлығы кадрҙар тәғәйенләү тураһында белдерҙе
Башҡортостан Башлығы кадрҙар тәғәйенләү тураһында белдерҙе

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә кадрҙар тәғәйенләү тураһында белдерҙе.

Шулай итеп, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 10 майҙағы указы менән Раил Шәйҙуллин Башҡортостандың Юғары суды рәйесе итеп тәғәйенләнде. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йылдың ноябрендә Башҡортостан Республикаһының Юғары суды рәйесе Земфира Латипова ковидтан һуң өҙлөгөп, вафат булды.

12 майҙа Радий Хәбиров үҙенең указы менән Башҡортостан хөкүмәте аппараты етәксеһе Азамат Абдрахмановты вице-премьер вазифаһына тәғәйенләне. Шул уҡ ваҡытта республика Башлығы Мәскәүҙәге тулы хоҡуҡлы вәкиллек етәксеһенән вице-премьер статусын алды, шул рәүешле вице-премьер вазифаларының дөйөм һаны элеккесә ҡалды.  

Николай Ельников — Өфө районы башлығы, ә Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы бойороғо менән Руслан Байкиев Башҡортостан Республикаһы буйынса ветеринария һәм фитосанитария күҙәтеүе буйынса федераль хеҙмәт вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде, тип билдәләне Радий Хәбиров.

Радий Хәбиров уларҙың барыһына ла эштәрендә уңыштар теләне.

 

Автор:Азат Ғиззәтуллин.
 
Фото:трансляциянан скриншот.
 
 
Автор:
Читайте нас: