Башҡортостандың ике гимназияһына республиканың беренсе президенты Мортаза Рәхимовтың исеме бирелде. Республика хөкүмәтенең тейешле ҡарарҙары рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.
Башҡортостан Башлығының «Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың хәтерен мәңгеләштереү тураһында» указ указын үтәү маҡсатында Күгәрсен районы Мораҡ ауылының Башҡорт гимназияһы һәм Күмертау ҡалаһының 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернаты уның исемен йөрөтә башлай.
Бынан алдараҡ Күгәрсен районының элекке башлығы Венир Аҙнағолов «Башинформ»ға комментарий биргәйне:
«Үҫеп килгән быуын хаҡында ла онотмауҙары бик ҡыуаныслы. Указға ярашлы, Күмертауҙың 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернатына һәм Күгәрсен районы Мораҡ ауылының Башҡорт гимназияһына Мортаза Рәхимовтың исеме бирелә. Беҙ — Мортаза Ғөбәйҙулла улының яҡташтары, районыбыҙҙан шундай бөйөк етәксе сығыуы менән ғорурланабыҙ. Был гимназияны уның ярҙамы менән төҙөнөк, мин ул саҡта район хакимиәте башлығы булып эшләй инем».