Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
17 Апрель 2023, 11:34

Башҡортостанда яңы дәүләт наградаһы булдырыла

/

Башҡортостанда яңы дәүләт наградаһы булдырыла
Башҡортостанда яңы дәүләт наградаһы булдырыла

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы депутаттары закон проекты менән республикала яңы дәүләт наградаһын — генерал Шайморатов миҙалын булдырырға тәҡдим итә. Республика парламенты рәйесе Константин Толкачев һүҙҙәренсә, был награда йәмәғәт тәртибен һаҡлағанда, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә кешеләрҙе ҡотҡарғанда, ғүмер өсөн хәүефле шарттарҙа хәрби, гражданлыҡ йәки хеҙмәт бурысын үтәгәндә күрһәткән ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ өсөн тапшырыла.

Бер үк ваҡытта закон проекты менән ошо исемдәге орден менән бүләкләү өсөн нигеҙҙәр аныҡлана.

«Генерал Шайморатов ордены республиканың ошо уҡ исемдәге миҙалға ҡарата юғары дәүләт наградаһы булыр тип күҙ уңында тотола, — тине Константин Толкачев. — Орден менән ғүмер өсөн хәүефле шарттарҙа хәрби, гражданлыҡ йәки хеҙмәт бурысын үтәгәндә фиҙаҡәрлек һәм батырлыҡ күрһәткән граждандар бүләкләнә».

«Башинформ» асыҡлауынса, закон Башҡортостан бюджеты иҫәбенә тормошҡа ашырыла.

 

Автор:Дарья Субботина.
 
Фото:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы.
 
 
Автор:
Читайте нас: