Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
5 Апрель 2023, 14:27

Башҡортостанда яңы байрам барлыҡҡа килде

/

Башҡортостанда яңы байрам барлыҡҡа килде
Башҡортостанда яңы байрам барлыҡҡа килде

Дәүләт Йыйылышы депутаттары яңы байрам булдырҙы — 25 майҙа республикала Төньяҡ юнгаларын иҫкә алыу көнө билдәләнә. Республика парламентының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был дата яҡташтарыбыҙҙың — Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙе яҡынайтыуға тос өлөш индергән Соловецк юнга мәктәбен тамамлаусыларҙың хәтерен мәңгеләштерә.

1942 йылдың 25 майында СССР Хәрби-диңгеҙ флотының халыҡ комиссариаты бойороғо менән Соловецк юнга мәктәбе — Хәрби-диңгеҙ флоты өсөн квалификациялы белгестәр әҙерләнгән уникаль уҡыу йорто асыла.

«Мәктәптә 4111 үҫмер әҙерлек үткән, уларҙың 143-ө б— еҙҙең республиканан, — тип билдәләне Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев. — Соловецк мәктәбен тамамлаусылар Еңеү эшене тос өлөш индергән. Мәктәптең күп кенә тәрбиәләнеүселәре күрһәткән батырлығы өсөн дәүләт наградалары менән билдәләнгән. Башҡортостанда геройҙарҙы онотмайҙар. Өфөнөң «Беренсе май »паркында Соловки юнгалары аллеяһы бар. 1980 йылдарҙа элекке юнгаларҙың инициативалы төркөмө менән Өфөнөң 106-сы мәктәбе етәкселеге булышлығында юнгаларға арналған музей асылған, һуңынан уны контр-адмирал Михаил Бакаев исемендәге Өфө ҡала балалар диңгеҙ үҙәгенә тапшырылған. Билдәле датаны ҡуйыу шулай уҡ йәш геройҙарҙың хәрби ҡаһарманлығы тураһында хәтерҙе мәңгеләштереүгә булышлыҡ итәсәк».

Фото:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы.

 

https://bash.bashinform.ru/news/politics/2023-04-05/bash-ortostanda-ya-y-bayram-barly-a-kilde-3205748

 

Автор:
Читайте нас: