Рәсәй Президенты Владимир Путин «Ҡыйыулыҡ өсөн» миҙалын булдырыу ҡарарын ҡабул итте. Дәүләт башлығының тейешле указы 23 мартта рәсми порталда баҫылған.
«Ҡыйыулыҡ өсөн» миҙалы менән Ватанды һәм Рәсәй Федерацияһының дәүләт мәнфәғәттәрен яҡлау, шулай уҡ халыҡ-ара тыныслыҡты һәм именлекте яҡлау йәки тергеҙеү буйынса хәрби һәм башҡа операцияларҙы башҡарғанда ҡыйыулыҡ, ҡаһарманлыҡ күрһәткән Рәсәй граждандары бүләкләнә», — тиелә миҙал тураһында положениела.
Миҙал менән сит ил граждандары ла, гражданлығы булмағандар ҙа бүләкләнергә мөмкин. Уның ике дәрәжәһе бар, I дәрәжә иң юғарыһы һанала.