Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
14 Март 2023, 11:19

Иран Башҡортостандан «Хәләл» стандарты буйынса етештерелгән һыйыр итен һатып алыуға килешеү төҙөргә әҙер

/

Иран Башҡортостандан «Хәләл» стандарты буйынса етештерелгән һыйыр итен һатып алыуға килешеү төҙөргә әҙер
Иран Башҡортостандан «Хәләл» стандарты буйынса етештерелгән һыйыр итен һатып алыуға килешеү төҙөргә әҙер

Иран Башҡортостанда «Хәләл» стандарты буйынса етештерелгән биш мең тонна һыйыр итен һатып алыуға тәүге контракт төҙөргә әҙер. 13 мартта Тегеранда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ирандың ауыл хужалығы министры Джавад Садати-Нежад  менән осрашыуҙа ошо хаҡта һөйләшеп килеште. Улар агросәнәғәт өлкәһендә халыҡ-ара хеҙмәттәшлек йүнәлештәре тураһында фекер алышты.

Яҡтар ауыл хужалығы продукцияһының ассортиментын һәм күләмен киңәйтеү мәсьәләһен тикшерҙе. Башҡортостан Иранға иген һәм үҫемлек майы оҙата. Ирандың ауыл хужалығы министры ағас эшкәртеү һәм малсылыҡ продукцияһын һатып алыуға ла ҡыҙыҡһыныу белдерҙе. Киләсәктә ике республика араһында тауар әйләнешенең йылына әлеге 100 миллиондан алып 400 миллион долларға тиклем артыуы ихтимал, тип билдәләне Джавад Садати-Нежад.

Агросәнәғәт комплексы өлкәһендәге берлектәге проекттар Башҡортостан-Иран эш төркөмөнөң көн тәртибенә индерелә, тине Радий Хәбиров. Бының өсөн яҡтар үҙ-ара хеҙмәттәшлекте координациялау һәм «юл картаһы» сараларын үтәү буйынса яуаплы вәкилдәрҙе билдәләне.

«Республика Иранға һеҙ ҡыҙыҡһынған продукцияны, шул иҫәптән арпа, кукуруз, фураж ашлығын оҙатырға әҙер. Шул уҡ ваҡытта Ирандың дәүләт компанияларына продукция туранан-тура килтерелә, был аҡса иҫәп-хисабы хәүефһеҙлеген һәм контракттарҙың яуаплы үтәлешен тәьмин итергә тейеш», — тине Радий Хәбиров.

Джавад Садати-Нежад һүҙҙәренсә, Иран инвесторҙарын агрокультураларҙы һәм малсылыҡты үҫтереү өсөн ауыл хужалығы ерҙәрен ҡуртымға алыу ҡыҙыҡһындыра.

Башҡортостандан минераль ашламалар һәм биологик препараттар оҙатыу ҙа хеҙмәттәшлектең тағы бер йүнәлеше булыуы мөмкин.

Радий Хәбиров шулай уҡ республика баҙарының Иранда үҫкән йәшелсә-емештәргә ихтыяжын билдәләне.

«Башҡортостандың ауыл хужалығы продукцияһын Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә оҙатырға мөмкин булған логистика үҙәгенә әүерелеүе ихтимал.Әйткәндәй, Үзбәкстандан коллегаларыбыҙ беҙҙә ҙур логистика үҙәге төҙөлөшөн башланы. Иран партнерҙары менән дә ошондай эш алып барырға әҙербеҙ», — тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.
 
Фото:Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте.
 
 
Автор:
Читайте нас: