Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
13 Март 2023, 11:07

Радий Хәбиров Иранға туристик сәфәрҙәр перспективалары хаҡында һөйләне

12 мартта Тегеранда Радий Хәбиров етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы Ирандың баш ҡалаһындағы Ниаваран тарихи-мәҙәни үҙәгенә барҙы

Радий Хәбиров Иранға туристик сәфәрҙәр перспективалары хаҡында һөйләне
Радий Хәбиров Иранға туристик сәфәрҙәр перспективалары хаҡында һөйләне

12 мартта Тегеранда Радий Хәбиров етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы Ирандың баш ҡалаһындағы Ниаваран тарихи-мәҙәни үҙәгенә барҙы.

Комплекс биш бинанан тора: Ниаваран һарайы, Әхмәт-шаһ павильоны, Сахибкарание һарайы, Джахан Нама музейы һәм китапхана.

Һарай королдәрҙең тантаналарын үткәреү өсөн төҙөлгән, ләкин һуңыраҡ ул Ирандың икенсе короле Мөхәммәт Реза-шахтың резиденцияһына әүерелгән. Үҙәктең дөйөм майҙаны – 9 мең квадрат метр.

Ниаваран тарихи-мәҙәни үҙәгендә ҡунаҡтар майҙаны 800 квадрат метрлыҡ Әхмәт-шаһ павильонын да ҡараны. Ул 1910 йылда, Каджаров дәүере аҙағында, Әхмәт-шаһтың торлағы итеп һалынған. Ике ҡатлы бинаның интерьеры көмөш, бронза, фил һөйәге, ағастан эшләнгән декоратив әйберҙәр менән биҙәлгән. Бында төрлө илдәрҙән килтерелгән сувенирҙар ҙа бар.

Башҡортостан делегацияһы Ниаваран комплексының автомобиль музейын да ҡараны. Уны 2013 йылдың июлендә асҡандар. Бында Пехлеви ғаиләһенең автомобилдәре ҡуйылған, улар ҡомартҡы статусына эйә.

Радий Хәбиров үҙенсәлекле комплексты шул килеш һаҡлап ҡалған Тегеран ҡала властарының ыңғай тәжрибәһен билдәләне.

«Был ил – туристар өсөн ожмах. Беҙ ошо йүнәлеште әүҙем үҫтерербеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Бер нәмәгә ҡарамаҫтан, Башҡортостан халҡының сәйәхәт итергә, төрлө илдәргә, шул иҫәптән Иранға барырға, иҫтәлекле урындар менән танышырға мөмкинлеге булһын ине. Әлбиттә, бының өсөн тура рейстар асырға кәрәк. Дуҫтарса мөнәсәбәттәге илдәр менән халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙе үҫтергәндә ошо мәсьәләне хәл итеү менән дә шөғөлләнәбеҙ».  
Автор:
Читайте нас: