Әлеге ваҡытта Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһе дауам итә. Дәүләт башлығы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә ҙур рәхмәт әйтте, һәләк булғандарҙың ғаиләләренең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты. Залда ултырыусылар бер минутҡа тын ҡалып уларҙы иҫкә алды. Владимир Путин махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә ҡаралған ярҙам төрҙәре тураһында һөйләне.
– Махсус дәүләт фонды булдырырға тәҡдим итәм. Уның бурысы – һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләренә һәм махсус хәрби операция ветерандарына адреслы, персональ ярҙам күрһәтеү буласаҡ, – тине Владимир Путин.
Фонд берҙәм тәҙрә принцибы буйынса эшләйәсәк, быйыл уның бүлексәләре илдең бөтә төбәктәрендә лә асыласаҡ. Ветерандарға, хәрби хеҙмәткәрҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү өсөн махсус фонд булдырыу власть органдарынан да яуаплылыҡты алмай, тип билдәләне Путин.
Бынан тыш, Президент махсус операцияла ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ярты йыл һайын 14 көнгә бер тапҡыр отпуск билдәләргә ҡушты. Уның әйтеүенсә, бында юл иҫәпләнмәйәсәк. Президент фронттағы хеҙмәттең ғәйәт ҙур көсөргәнештәр менән бәйле булыуын хәтергә төшөрҙө.
Президент белдереүенсә, үҙҙәрен яҡшы командирҙар итеп күрһәткән офицерҙар һәм сержанттар илебеҙҙе Ҡораллы көстәренең кадр резервына әйләнәсәк.
–Хеҙмәт коллективтары өсөн гарантияларҙы мотлаҡ нығытасаҡбыҙ. Был эш хаҡына ла, социаль тәьминәткә лә ҡағыла, – тине ул.
Шулай уҡ Президент илдең Оборона-сәнәғәт комплексы предприятиелары хеҙмәткәрҙәре өсөн махсус ҡуртымға биреү программаһын тормошҡа ашыра башларға тәҡдим итте. Улар өсөн ҡуртым ставкаһы баҙарҙағына ҡарағанда күпкә түбәнерәк буласаҡ, сөнки торлаҡ өсөн түләүҙәрҙең байтаҡ өлөшөн дәүләт үҙ өҫтөнә аласаҡ.
Фото: politnavigator.net