Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
14 Февраль 2023, 10:45

Башҡортостанда Мортаза Рәхимовтың хәтере мәңгеләштерелә

/

Башҡортостанда Мортаза Рәхимовтың хәтере мәңгеләштерелә
Башҡортостанда Мортаза Рәхимовтың хәтере мәңгеләштерелә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров күренекле сәйәсмән һәм йәмәғәт эшмәкәре, республиканың беренсе президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың хәтерен мәңгеләштереү тураһында указға ҡул ҡуйған.

3-сө Башҡорт республика гимназия-интернатына һәм Мораҡ ауылындағы Башҡорт гимназияһына уның исеме бирелә.

Бынан тыш, республика хөкүмәте республикаың белем биреү учреждениеларының береһенә, Өфө хакимиәте иһә баш ҡаланың үҙәк урамдарының береһенә Мортаза Рәхимовтың исемен биреү буйынса тәҡдимдәр индерергә тейеш.

Өфөлә шулай уҡ Башҡортостандың беренсе Президентына һәйкәл һәм Мортаза Рәхимов йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйыу, ә уның тыуған яғында – Күгәрсен районының Тәүәкән ауылында музей асыу күҙаллана.

Республиканың Милли музейында Башҡортостандың беренсе президентының эшмәкәрлеге хаҡында материалдар туплап, тыуыуына 90 йыл тулыу уңайынан (2024 йылда) уның тураһында биографик энциклопедия баҫтырыу сығарыу бурысы тора.

 

https://bash.bashinform.ru/news/politics/2023-02-14/bash-ortostanda-mortaza-r-himovty-h-tere-m-gel-shterel-3142093

 

Автор:
Читайте нас: