Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
14 Ноябрь 2022, 11:04

Бушлай кәңәш бирәсәктәр

Был акция 18 ноябрҙә үткәрелә. Ошо мөмкинлектән файҙаланып ҡалығыҙ.

Бушлай кәңәш бирәсәктәр
Бушлай кәңәш бирәсәктәр

18 ноябрҙә 9 – 18 сәғәттә һәр кем балалар хоҡуҡтарын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре буйынса (347) 248-40-70 телефоны аша шылтыратып белә ала. Сара йыл һайын ойошторолған Бөтә Рәсәй балаларға хоҡуҡи ярҙам көнө алдынан үткәрелә.

Ошо уҡ көндө 9 – 18 сәғәттә республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы балалар хоҡуҡтарын яҡлау, балалар һәм ата-әсә мөнәсәбәттәре буйынса консультациялар үткәрә. Адрес: Өфө ҡалаһы, Театр урамы, 5/2, 109-сы бүлмә. Телефондар: 8 (347) 218-03-18, 218-03-17, 251-35-59.

Фото: phonoteka.org

Автор:Айһылыу Низамова.
 
https://bashgazet.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/2022-11-14/bushlay-k-sh-bir-s-kt-r-3028067
Автор:
Читайте нас: