1 ноябрҙән, ил Хөкүмәте Ҡарарына ярашлы, асыҡ программаны тәьмин итеүгә хоҡуҡты биреү буйынса эксперимент башлана. Был сарала үҙ иркең менән ҡатнашырға мөмкин. Ғаризаны 2023 йылдың 1 апреленә тиклем яҙырға була. Программа 2024 йылдың 30 апреленә тиклем барасаҡ.
Асыҡ программаны тәьмин итеү – ҡарау өсөн асыҡ коды булған программа тәьмин ителеше ул. Был программаның яңы версияларын ойоштороу өсөн әҙер кодты файҙаланыу мөмкинлеген бирә.
Камчатканан ҡыҙыл икраны сығарыуҙы сикләйәсәктәр. Бер кеше самолетта 10 килограмдан ашмаған деликатесты ғына алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Был сикләү – 2025 йылдың авгусына тиклем. Һүҙ Евразия иҡтисади союзы маркаһы, йәғни сәнәғәт етештереүенән булмаған икра хаҡында бара. Был сара ярымутрауҙа законһыҙ рәүештә тотолған икраны сығарыуҙы сикләйәсәк.
2 ноябрҙән Евразия иҡтисади союзында электрон сигарет менән электр быуландырғыстарға марка ҡуйыласаҡ. Был союзға ҡараған дәүләттәр маркировкалау ваҡытын үҙҙәре билдәләйәсәк һәм, алты айҙан да һуңға ҡалмайынса, был хаҡта иҫкәртергә тейеш.
Стадиондарға турникеттар, контроль-тикшереү пункты һәм моторлаштырылған калиткалар ҡуясаҡтар. Компьютер тамашасының йәки ярыштарҙа ҡатнашыусыларҙың Fan ID паспортын уҡыясаҡ.
7 ноябрҙән таможня хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре автомобиль транспорты хәрәкәтен блокировкалай аласаҡ. Йөк машиналарын туҡтатҡанда вазифалы кеше үҙе менән таныштырырға, ә водитель талап итһә, хеҙмәт танытмаһын күрһәтергә тейеш. Ошонан һуң таможня хеҙмәткәре видеорегистраторҙың файҙаланылыуы, транспорттың туҡтатылыу сәбәптәре тураһында иҫкәртергә, йөк машинаһы тарафынан ташыған тауарҙарға документтарҙы һорарға бурыслы. Әгәр водитель мобиль төркөмдән ҡасырға тырышһа, был транспорт сараһының артабан хәрәкәт итеүен блокировкалаясаҡ махсус сараны файҙаланыу рөхсәт ителә.
10 ноябрҙән инвесторҙар ҡиммәтле ҡағыҙҙарҙы Рәсәй акцияларына мәжбүри конвертациялауға ғариза яҙа ала. Бынан тыш, Рәсәйҙең ҡиммәтле ҡағыҙҙарын сит ил депозаторийынан Рәсәйҙекенә мәжбүри тәртиптә күсерергә теләүселәр ҙә ошондай хоҡуҡҡа эйә буласаҡ.
12 ноябрҙән ҙур компаниялар дәүләт ҡатнашлығында подрядсылар – бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары үҫеше программаларын тормошҡа ашыра ала. Был программаларға финанс, хоҡуҡи, методик, мәғлүмәт һәм башҡа ярҙам сараларын күрһәтеү буйынса саралар индереү мөмкинлегенә эйә буласаҡ.
23 ноябрҙән банктар Федераль һалым хеҙмәте ярҙамында кредит каникулына хоҡуғын тикшертә ала. Мобилизацияланғандар һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсн кредит каникулын биреү хоҡуғын раҫлау тәртибе ябайлаштырылды. Кредиторҙар был мәғлүмәтте Федераль һалым хеҙмәтенән һораттыра ала. Ә ул үҙ сиратында был мәғлүмәттәрҙе Рәсәй Оборона министрлығынан аласаҡ.
30 ноябрҙән офицерҙарға наградалар кортиктарын һаҡлау ҡағиҙәләрен ябайлаштырасаҡтар. Форманы кейеү хоҡуғы менән хәрби хеҙмәттән ебәрелгән хәрбиҙәр кортиктарҙы Росгвардияла теркәтмәйенсә һәм уларҙы һаҡлауға, ҡорал йөрөтөүгә рөхсәт алмайынса йөрөтә ала. Бындай ҡоралды мираҫ буйынса алған граждандар теркәтергә тейеш.
Фото: alrf-rb.ru