Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
28 Октябрь 2022, 09:32

Радий Хәбиров: Башҡортостанда өлөшләтә мобилизация буйынса бурыс үтәлде

/

Радий Хәбиров: Башҡортостанда өлөшләтә мобилизация буйынса бурыс үтәлде
Радий Хәбиров: Башҡортостанда өлөшләтә мобилизация буйынса бурыс үтәлде

Кисә Башҡортостан Башлығының тура бәйләнеше барышында Радий Хәбировҡа өс балаһы булған граждандарҙы саҡырыу буйынса һорау бирҙеләр.

Республика етәксеһе махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт иткән яҡташтарыбыҙға ихтирамын һәм рәхмәтен белдерҙе. Ул ир-егеттәрҙе шәхсән үҙе оҙатыуын, уларҙың ғаиләләре менән хушлашҡанын күреүен әйтте. Беҙҙең егеттәр туристик сәйәхәткә түгел, ә ғүмер һәм һаулыҡ өсөн хәүефле урындарға юллана, тип билдәләне Радий Хәбиров.

«Һис шикһеҙ, мин ирҙәре махсус хәрби операция киткән һәм 16 йәшкә тиклемге өс балаһы булған ҡатын-ҡыҙҙарҙы аңлайым. Белеүегеҙсә, мин ҡарар ҡабул иттем һәм дүшәмбенән ул үтәлде. 16 йәшкә тиклемге өс бала тәрбиәләгән ир-егеттәребеҙгә килгәндә, уларҙы хәрби әҙерлек үтеү урындарынан ҡайтарабыҙ. 200-ләгән кешене кире ҡайтарҙыҡ. Әммә «алмаштырабыҙ» тигән һүҙҙе файҙаланыу мөһим, сөнки мобилизация бурысын үтәргә тейешбеҙ. Оборона министрлығының быны нисек эшләргә кәрәклеге тураһында аңлатмаһы бар. Был йәһәттән ҡуйылған бурысты үтәнек, егеттәр кире ҡайтты. Әммә уларҙың урынына хәрби хеҙмәткә саҡырыу өсөн ошондай сикләүҙәре булмаған яҡташтарыбыҙҙы ебәрҙек.

Махсус хәрби операция зонаһына оҙатылған ир-егеттәргә ихтирам һәм рәхмәт һүҙҙәрен әйткем килә. Үҙем уларҙы оҙатыуҙа ҡатнаштым, ғаиләләре менән үҙҙәрен лайыҡлы тотоп, ләкин моңһоу ғына ҡарап хушлаштылар. Улар туристик сәйәхәткә түгел, ә ғүмер һәм һаулыҡ өсөн хәүефле урындарға юллана. Хәҙерге көндә төп бурыс, коллегаларым да мине ишетә, уларҙың ғаиләләре хаҡында хәстәрлек күреү. Бар көсөбөҙҙө һалырбыҙ», ‒ тип билдәләне Радий Хәбиров.

Фото: Олег Яровиков.

Автор:Эдуард Ҡусҡарбәков.
 
https://bash.bashinform.ru/news/politics/2022-10-27/radiy-h-birov-bash-ortostanda-l-shl-t-mobilizatsiya-buyynsa-burys-t-lde-3006384
Автор:
Читайте нас: