Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы депутаттары беренсе уҡыуҙа 2023 йылдың 1 ғинуарынан хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен айына 16 242 һум күләмендә билдәләргә тәҡдим иткән закон проектын ҡабул итте.
Әлеге көндә МРОТ 15 279 һум тәшкил итә. Шулай итеп, уны 6,3% арттырыу ҡаралған.
Бынан тыш, закон проекты 2023 һәм 2024 йылдарға хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен иҫәпләү тәртибен үҙгәртергә тәҡдим итә. МРОТ тиҙләтелгән тәртиптә арта башлай: уны арттырыу Рәсәйҙә эшкә һәләтле халыҡтың йәшәү минимумы дәүмәленең үҫеш темптарына бәйле була.
Төҙәтмәләргә ярашлы, хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен иҫәпләгәндә медиан эш хаҡы күләме кеүек күрһәткес ҡулланылмай.
Фото: Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы.
https://bash.bashinform.ru/news/politics/2022-10-27/d-l-t-duma-y-2023-yylda-mrot-ty-16-242-um-k-l-mend-bild-l-rg-t-dim-it-3005034