Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
21 Октябрь 2022, 09:57

Радий Хәбиров «DeafSkills» II һөнәри оҫталыҡ милли чемпионатына старт бирҙе

Кисә Өфөлә ишетеү һәләте боҙолғандар араһында “DeafSkills-2022” II һөнәри оҫталыҡ милли чемпионаты асылды. Тантаналы церемонияла Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.

Радий Хәбиров «DeafSkills» II һөнәри оҫталыҡ милли чемпионатына старт бирҙе
Радий Хәбиров «DeafSkills» II һөнәри оҫталыҡ милли чемпионатына старт бирҙе

«Нам приятно принимать второй чемпионат профессионального мастерства, и я сегодня приветствую более 350 участников с 45 регионов нашей страны. Сегодня на нашем чемпионате присутствуют и зарубежные гости – представители Узбекистана и Казахстана. Мы рады вам, дорогие друзья! Глядя на вас всех, мы заряжаемся оптимизмом, вы сильные и мужественные люди, стремящиеся к профессиональному совершенствованию и быть востребованными в обществе. Именно этому способствует сам чемпионат. С каждым годом количество компетенций растет, в этом году их уже более 30. Надеюсь за дни чемпионата вы полюбите Башкортостан, почувствуете тепло его жителей, а соревнования пройдут в комфортной и удобной для вас среде. Я каждому из вас желаю успехов и побед, но точно знаю, что в соревнованиях такого рода не бывает проигравших», - тине чемпионатта ҡатнашыусыларға Радий Хәбиров.

Ишетеү һәләте боҙолғандар араһында “DeafSkills-2022” II һөнәри оҫталыҡ милли чемпионаты ВДНХ-ЭКСПО һәм баш ҡаланың 8 колледжы майҙансыҡтарында уҙасаҡ. Ҡатнашыусыларҙың оҫталығын 150-нән ашыу эксперт баһалаясаҡ. Чемпионатты үткәрешергә рус ым-ишара теленә уҡыған 50 кеше һәм 100-ҙән ашыу волонтер йәлеп ителәсәк.
Рәсәйҙә әле ишетеү мөмкинлеге сикләнгән 150 мең кеше йәшәй, уларҙың 5 меңдән ашыуы - Башҡортостанда.

Һаңғырауҙарҙың бөтә Рәсәй ойошмаһы президенты, Бөтә донъя федерацияһы советы ағзаһы Станислав Иванов белдереүенсә, ишетеү һәләте боҙолғандарҙың барыһы ла уңышлы социалләштереүгә, шул иҫәптән һөнәри яҡтан үҫешкә мохтаж.

«Я счастлив находится здесь в Уфе вместе с вами. Наше движение охватывает весь мир и нашу страну. Если в нашем первом чемпионате принимало участие 222 участника, то в этом году их уже 350, и думаю, что с каждым их будет больше. В течение года мы плотно работали с правительством Башкортостана, министерствами и ведомствами, чтобы провести в Уфе настоящий праздник труда. Желаю, чтобы вы показали здесь свое мастерство, надо менять сложившиеся стереотипы. Мы должны показать всему миру, что глухие могут все, давайте сделаем мир своими руками сильнее. Проигравших здесь нет, вы все победители», - тине Станислав Иванов.

Алдағы ике көндә чемпионатта ҡатнашыусылар 34 компетенцияла көс һынашасаҡ. Уға ювелир эше һәм флористика, визаж һәм стилистика, робототехника һәм веб дизайны, маляр һәм ағастан әйберҙәр яһау эше, туризм һәм башҡалар ингән.

Фото: Олег Яровиков.
Автор:Азат Ғиззәтуллин.

 

https://bash.bashinform.ru/news/politics/2022-10-20/radiy-h-birov-deafskills-ii-n-ri-o-taly-milli-chempionatyna-start-bir-e-2997611

Автор:
Читайте нас в