Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
20 Октябрь 2022, 14:17

27 октябрҙә Башҡортостан Башлығы менән «тура линия» уҙасаҡ

/

27 октябрҙә Башҡортостан Башлығы менән «тура линия» уҙасаҡ
27 октябрҙә Башҡортостан Башлығы менән «тура линия» уҙасаҡ

27 октябрҙә киске сәғәт 7-лә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан юлдаш телеканалы, Башҡортостан-24, «Вся Уфа», «Сәләм», UTV телеканалдарының, «Юлдаш» радиостанцияһының тура эфирында республика халҡының көнүҙәк һорауҙарына яуап бирәсәк.

 «Тура линияға» һорауҙы ике ысул менән биреп була - төбәк етәксеһенең «Бәйләнештә» һәм «Класташтар» социаль селтәре сәхифәһендә комментарий итеп ҡалдырырға йәки БР Башлығының рәсми сайтындағы махсус бүлеккә видеояҙма итеп ебәрергә мөмкин. Һорауҙарҙы дөрөҫ итеп биреү өсөн видео инструкцияһы бар.

 «Тура линия» трансляцияһын Радий Хәбировтың социаль селтәр сәхифәләрендә ҡарарға мөмкин буласаҡ.

 Фото: Олег Яровиков.

Автор:Галина Бахшиева.

 

https://bash.bashinform.ru/news/politics/2022-10-20/27-oktyabr-bash-ortostan-bashly-y-men-n-tura-liniya-u-asa-2995187

Автор:
Читайте нас: