Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
13 Ғинуар 2022, 15:20

Пенсияны инфляция кимәленән юғарыраҡ индексацияларға тәҡдим итте

Рәсәй Президенты Владимир Путин хөкүмәт менән социаль мәсьәләләр буйынса кәңәшмәлә пенсияны инфляция кимәленән юғарыраҡ — 8,6 процентҡа индексациялау тәҡдимдәрен әҙерләргә ҡушты. Был хаҡта федераль киң мәғлүмәт саралары яҙып сыҡты.

Пенсияны инфляция кимәленән юғарыраҡ индексацияларға тәҡдим итте
Пенсияны инфляция кимәленән юғарыраҡ индексацияларға тәҡдим итте

2019 йылдан ил властары был ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәй, тине дәүләт башлығы. Августа «Берҙәм Рәсәй» съезында ул ошо позицияны раҫланы. «Бөгөн, инфляцияның ярайһы уҡ артыуын иҫәпкә алып, был принциптан баш тартыу дөрөҫ булмаҫ ине», — тине президент.

Уның һүҙҙәренсә, әле хөкүмәттә, президент хакимиәтендә, Дәүләт Думаһында пенсияны арттырыуҙың аныҡ параметрҙары буйынса тәҡдимдәр әҙерләнә.

Пенсия 2022 йылдың 1 ғинуарынан индексацияланыр, моғайын, тип белдерҙе Федерация Советы комитеты рәйесе урынбаҫары Елена Бибикова. Пенсияны арттырыу тураһында закон ғинуар аҙағына тиклем ҡабул ителер тип көтөлә.

 

Автор:Гульдар Кадаева.
https://ataisal.com/articles/s-y-s-t/2022-01-12/pensiyany-inflyatsiya-kim-len-n-yu-aryra-indeksatsiyalar-a-t-dim-itte-2651838
Автор:
Читайте нас: