Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
15 Апрель 2021, 22:39

Төп приз – еңел машина!

Тауыш биргәндәр араһында шифаханаларға барлығы 40 юллама һәм “Niva Travеl” машинаһы уйнатыла.

24 – 30 майҙа Башҡортостанда “Республиканы ас” проекты сиктәрендә “Берҙәм Рәсәй”ҙән Рәсәй Дәүләт Думаһына, Өфө ҡала Советына депутатлыҡҡа кандидаттарға алдан электрон тауыш биреү үткәреләсәк. Ошо сарала ҡатнашыусылар өсөн тауыш биргәндәр араһында ҡиммәтле приздарға отош ойоштороласаҡ.
Шифаханаларға барлығы 40 юллама һәм төп бүләк – “Niva Travеl” машинаһы. Отошта ҡатнашыу өсөн 19 апрелдән 28 майға тиклем Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша “Берҙәм Рәсәй”ҙең электрон тауыш биреү сайтында (pg.er.ru) теркәлергә кәрәк.
24 – 30 майҙа алдан тауыш биреү сайтында тауыш биреү зарур. Сайтта тауыш биргән һәр кем автоматик рәүештә отошта ҡатнашыусыға әйләнә.
Еңеүсене осраҡлы һандар генераторы асыҡлаясаҡ. Процедура трансляцияһы социаль селтәрҙә барасаҡ. Отош һәм приздарҙы тапшырыу 2021 йылдың 1 – 20 июнендә буласаҡ.
Фото: социаль селтәрҙән.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: