Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
3 Апрель 2021, 21:40

Рәсми вәкилдең эш сәфәре

Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары-Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрәхманов Бүребайҙа физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлөшө барышы менән танышты //#УГМК #АОБурибаевскийГОК

Хәйбулла районына эш сәфәре барышында Илшат Илдус улы район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, “Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты” йәмғиәтенең генераль директоры, Башҡортостан Републикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Рөстәм Аблаев менән берлектә Бүребайҙа физкультура-һауыҡтырыу комплексының төҙөлөш барышы менән танышты.
Бөгөнгө көндә объектта эске биҙәү эштәре алып барыла, инженер селтәрҙәре һәм коммуникация үткәрелә, шулай уҡ ҡаҙанлыҡтар газға тоташтырыла.
“Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты” йәмғиәте, физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлөшө инвесторы булараҡ, төҙөлөш эштәре һәм спорт ҡоролмаларын алыу буйынса финанс бурыстарын үтәй.
Төҙөлөш эштәрен быйыл июнь айына тамамлау планлаштырыла.
Читайте нас: