Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
24 Март 2021, 19:15

Радий Хәбиров район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов менән осрашты

Осрашыу барышында мөһим һорауҙар күтәрелде

Бөгөн Өфөлә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хәйбулла һәм Илеш райондары хакимиәттәре башлыҡтары менән осрашты. Фекер алышыуҙарҙың темалары иҫәбендә - муниципалитеттарҙың социаль-иҡтисади торошо, биләмәләр үҫешенең актуаль мәсьәләләре, перспективалы инвестиция проекттары, инфраструктура һәм социаль объекттары төҙөлөшө, ихтимағи киңлектәрҙе төҙөкләндереү буйынса пландар.
Республика етәксеһе менән осрашыу барышында Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов муниципалитеттың мәҙәниәт учреждениеларының һәм белем биреү ойошмаларының матди базаһын нығытыу тураһында һөйләне.
– Хәйбулла районы хакимиәте башлығы булараҡ эшләүемә бер йылдан күберәк ваҡыт үтеп китте. Мин ҡыҫҡа ғына ошо арауыҡта атҡарылған эштәр тураһында мәғлүмәт еткерҙем. Билдәләп үтергә теләйем, Республика Башлығы Радий Хәбировтың беҙҙең районға ярҙамын тоябыҙ. Район халҡы күтәргән проблемаларҙы хәл итеү юлдарын эҙләп, төрлө күрһәтмәләр биреп бер йыл эсендә генә бик күп эштәр башҡарылды.

Уҙған йылда Подольскиҙа 23 миллион һумға мәктәпте ремонтланыҡ. Бөгөн балалар заманса йыһазландырылған белем усағына йөрөйҙәр. Шулай уҡ юл хужалығы тармағы ярҙам алды, районға техника ҡайтарылды. Әлеге мәлдә район үҙәгендә ҙур мәктәп төҙөлә. Ул 550 урынға иҫәпләнһә, интернат 140 урынлыҡ. Бүребайҙа физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлөшө бара. Шулай уҡ уҙған йылда беҙ биш ФАП алдыҡ.

Бөгөнгө осрашыу сиктәрендә күтәргән һорау шулай уҡ яңы мәктәп төҙөлөшөнә бәйле ине. Сөнки өҫтәлмә аҡса талап ителә. Тап Радий Фәрит улы ҡушыуы буйынса ул заманса йыһазландырылған полилингваль мәктәп буласаҡ. Шуға ла проектҡа үҙгәрештәр индерелде, әле ул экспертизала. 200 млн һумға яҡын өҫтәмә аҡса талап ителә. Радий Фәрит улы ярҙам итәбеҙ тине, күрһәтмәләр бирҙе. Шулай уҡ Хәйбулла районы өсөн хас проблема – ул һыу етешмәүе. Бигерәк тә ялан яғында урынлашҡан ауылдар тап һыу мәсьәләһе буйынса ыҙалайҙар. Уҙған йылдың сентябрь айында республика етәксеһе беҙҙең районда булды, уға район үҙәгенең һыу системаһының ниндәй насар хәлдә икәнен күрһәттек. Төҙөкләндереү эштәрен башҡарыу өсөн беҙ проект эшләттек. Бөгөн республика етәксеһе Финанстар министрлығына район үҙәгенең һыу системаһын ремонтлау өсөн аҡсаны быйыл бүлергә тигән күрһәтмә бирҙе.

Шулай уҡ башҡа һорауҙарҙы ла күтәреп сыҡтыҡ. Мәҫәлән, һөйләшеү һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҡағылды. Радий Фәрит улы Һаулыҡ һаҡлау министрына осрашыу барышында уҡ шылтыратты һәм районға тағы ла ФАПтар бүлергә ҡушты.

Беҙ республика етәксеһенә рәхмәтлебеҙ. Хәйбулла районы халҡы күтәргән һорауҙарҙы ишетеп, ярҙам итеүен тойоп йәшәйбеҙ,– тине Рөстәм Динислам улы.
Радий Хәбиров Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаровҡа Хәйбулла районы буйынса «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» федераль программаһына, тәү сиратта һыу тәьминәте, яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттарын һәм район үҙәгендә 550 урынлы полингваль мәктәпте төҙөүгә финанс ярҙамы күрһәтеү өсөн аҡса бүлергә ҡушты.
– Хәйбулла районында һыу тәьминәте мәсьәләһен хәл итеү бик мөһим. Был халыҡ өсөн – тәү сираттағы проблема. – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Фәрит улы. – Республика тейешле финанс ярҙамы күрһәтер. Проект та, экспертиза ла бар.
фото:Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас: