Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
2 Март 2021, 22:39

Һайлау ғәҙел үтһен өсөн

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ҡарамағында 2021 йылғы һайлауҙы күҙәтеү буйынса йәмәғәт штабы булдырыласаҡ.

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ҡарамағында 2021 йылғы һайлауҙы күҙәтеү буйынса йәмәғәт штабы булдырыласаҡ. 19 сентябрҙә үтәсәк Берҙәм тауыш биреү көнөндә республикала һигеҙенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаттарын, шулай уҡ урындағы үҙидараның вәкәләтле органдарына өҫтәмә депутаттар һайлау буласаҡ.
Яҡын арала йәмәғәт күҙәтеүселәре пулы формалаштырыла башлаясаҡ, ә майҙан уларҙы уҡытыу буласаҡ. Артабан күҙәтеүселәр имтихан тапшырасаҡ. Был турала бөгөн Йәмәғәт палатаһы аппаратында үткән матбуғат конференцияһында билдәле булды.
Күҙәтеүселәрҙең белемен Йәмәғәт палатаһы ҡарамағындағы йәмәғәт штабы тикшерәсәк. Улар үҙ бурысын бөгөндән башлай һәм һайлауҙың иң һуңғы һөҙөмтәләре рәсми раҫланғансы эшләйәсәк, яҡынса 30 сентябргә тиклем.
Ошоноң кеүек штабтар илдең бер нисә төбәгендә асылған да. Уның беренсе бурысы – йәмәғәт күҙәтеүселәрен көҙгө федераль һәм төбәк һайлау кампанияларына әҙерләү, аҙаҡ һайлау көнөндә эштәрен координациялау. Программаға ярашлы, 56 төбәк-ара семинар үткәреү күҙаллана.
Республиканың Йәмәғәт палатаһы коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙы һәм сәйәси партияларҙы был йәһәттән хеҙмәттәшлеккә саҡыра.
Һәр һайлау комиссияһына бойондороҡһоҙ ике-өс йәмәғәт күҙәтеүсеһе йүнәлтеләсәк. Улар алдан тауыш биреүҙә һәм 19 сентябрҙә эшләйәсәк. Ә һайлауҙы күҙәтеү буйынса штаб составына 15 кеше ингән: төбәк Йәмәғәт палатаһы ағзалары, коммерцияға ҡарамаған алдынғы ойошмалар вәкилдәре, юристар, политологтар, йәмәғәт фекере лидерҙары, һайлау хоҡуғы эксперттары һәм башҡалар. Штаб етәксеһе – Рәсәй Йәмәғәт палатаһының Башҡортостандан ағзаһы, Өфө ҡалаһы үҫеше Йәмәғәт фондының башҡарма директоры, республика Йәмәғәт палатаһының элекке рәйесе Ольга Панчихина.
"Дәүләт Думаһына сентябрь һайлауҙары барыбыҙ өсөн дә мөһим, сөнки ул беҙҙең киләсәкте билдәләйәсәк. Һәм бөтә донъя иғтибар менән Рәсәйҙә, шул иҫәптән беҙҙең төбәктә лә һайлауҙың нисек барыуын күҙәтәсәк. Властар сараның мөмкин булғанса асыҡ, ғәҙел үтеүен теләй. Был йәһәттән йәмәғәт контроле – палатаның төп темаларының береһе. Ошо эште дауам итергә кәрәк. Төрлө сәйәси көстәрҙән күҙәтеүселәр ни тиклем күберәк булһа, һайлау һөҙөмтәләренә шик шул ҡәҙәр әҙерәк буласаҡ. Шуға күрә Йәмәғәт палатаһы бөгөндән күҙәтеүселәрҙе әҙерләй башлай", - тине Ольга Панчихина.
Йәмәғәт штабында ҡатнашыусылар һайлау кампанияһының бар этаптарын күҙәтәсәк. Бында тауыш биреү һәм бюллетендәрҙе эшкәртеү генә түгел, ә һайлауға әҙерлек тә инә: кандидаттарҙы теркәү, агитация кампанияһы, дебаттар үткәреү, граждандарға мәғлүмәт биреү һәм башҡалар.
Фото: Яндекс.Новости.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: