Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
28 Февраль 2021, 11:37

Указға йәнә үҙгәрештәр индерелде

Был юлы ниҙәр рөхсәт ителә һәм нимәләр тыйыла?

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек режимы тураһындағы указға үҙгәрештәр индерҙе.
Документтың яңы редакцияһына ярашлы, кинотеатрҙар, театр-концерт ойошмалары, мәҙәниәт йорттары санитар-эпидемиологик талаптарҙы теүәл үтәп һәм тамаша залындағы урындарҙы 85 процентҡа тултырып эшләй ала.
Төнгө клубтар (дискотекалар) һәм башҡа ошоноң кеүек объекттар шулай уҡ барлыҡ санитар талаптарҙы үтәп һәм залды 85 процентҡа тултырып эшләйәсәк.
Футбол буйынса Рәсәй Премьер-Лигаһы чемпионаты матчтарын, Континенталь хоккей лигаһы һәм башҡа профессиональ спорт командаларының ил чемпионаттарын, шулай уҡ бүтән ярыштарҙы спорт объектын 85 процентҡа тултырып үткәрергә рөхсәт ителә.
Шул уҡ ваҡытта 200-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан эшлекле, мәҙәни, күңел асыу һәм спорт сараларын үткәрмәҫкә, ә был мөмкин булмаһа, күсерергә тәҡдим ителә.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: