“Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы 2 марттан “ПолитСтартап” тип аталған кадр проектында ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул итә башлаясаҡ. Был турала “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында үткән матбуғат конференцияһында партияның төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров һөйләне. Уның белдереүенсә, проектта 35 йәшкә тиклемге һәр кем ҡатнаша ала.
Партия проектҡа килгән кешеләрҙе Өфө ҡалаһы Советына алдан һайлауҙа ҡатнашыу өсөн әҙерләйәсәк, ә праймеризда еңгән осраҡта, был кешеләр “Берҙәм Рәсәй”ҙән муниципаль һайлау кандидаты булып китә ала.
"Сентябрҙә Өфө ҡалаһы Советына һайлауҙа 36 мандат өсөн көрәш буласаҡ. Бөгөн унда партиябыҙҙан 24 депутат бар. Беҙгә кәмендә был һанды һаҡларға, күбендә, уны арттырырға кәрәк. Минеңсә, ҡала Советы составы ныҡ үҙгәрәсәк. Өфөлә йәмғиәттең төрлө тармаҡтары кешеләре йәшәй, ә ҡала Советында башлыса төҙөлөш тармағы кешеләренең булыуы дөрөҫ түгел", – тине Рөстәм Әхмәҙинуров.
“ПолитСтартап” проектында ҡатнашҡан һәр кем кандидатты уҡытыу программаһын үтә аласаҡ, шулай уҡ федераль һәм төбәк кимәлендәге билдәле сәйәсмәнде, политтехнологты остазы итеп һайлай аласаҡ. Республикала был остаздар Дәүләт Думаһы һәм Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, шулай уҡ танылған кешеләр буласаҡ. Проектта ҡатнашыусылар кампанияны бергә алып барыу өсөн команда (һайлау алды штабы) формалаштыра ала.
"Был проект ярҙамында ике йыл эсендә 35 йәшкә тиклемге 300-ҙән ашыу кандидат илдең ҡануниәт йыйылыштары һәм субъекттарҙың административ үҙәктәре депутаттары булып китте, ә 3000-дән күберәк кеше урындағы үҙидара органдары депутаттары булыуға өлгәште. Беҙҙең республикала, мәҫәлән, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты булып Тимур Ғилмийәров, Оксана Савченко, Яков Ҡуғубаев һайланды. Был ғәҙел проект", – тине партияның төбәк башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Александр Мельников.
2 марттан алып 3 майға тиклем проекттың сайтында онлайн тәртиптә ҡатнашыусыларҙы теркәү барасаҡ. 1 апрелдән 30 апрелгә тиклем улар онлайн уҡыу һәм төбәк остаздары менән уҡыу программалары үтәсәк. Апрелдә шулай уҡ кандидаттарҙың проекттағы әүҙемлеген иҫәпкә алып федераль остаздар бүлеп биреү ҡаралған.
Һәр ҡатнашыусыға проект сайтында әүҙемлек өсөн рейтинг ҡуйыласаҡ. Уҡыу тамамланғас, улар “Берҙәм Рәсәй”ҙең алдан тауыш биреүендә ҡатнашасаҡ.