Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
27 Февраль 2021, 15:20

"Барыһына ла суд нөктә ҡуйыр..."

Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров Борис Беляевты ҡулға алыуға ҡарата фекерен белдерҙе.

25 февралдә республиканың ҡайһы бер киң матбуғат саралары Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляевты ҡулға алыуҙары тураһында хәбәр итте. Был хәбәрҙең дөрөҫлөккә тура киләме-юҡмы икәнлеген асыҡлау өсөн Премьер-министр Андрей Назаровҡа ла мөрәжәғәт иткәндәр. Ул яуапты Инстаграм аша бирҙе.
“Бөгөн миңә журналистар мөрәжәғәт итеп, вице-премьер Борис Беляевты һаҡ аҫтына алып тороуҙары тураһында комментарий биреүҙе һораны. Миңә был эш тураһында фекер әйтеүе ауыр. Тәфтиш органдары беҙҙә төбәк властарына буйһонмай эш итә. Борис Владимировичты ғәйепләгән эпизодтар мин дә, Башҡортостан Башлығы ла бында эшләмәгән осорға тура килә. Үҙе лә ул саҡта Хөкүмәттә эшләмәгән, ә Күмертау ҡалаһы мэры булған. Был әлеге ваҡытта тәүҙә ҡулға алынған, аҙаҡ өйҙәге һаҡ аҫтына ултыртылған төҙөлөш һәм архитектура министры Рәмзил Күсәрбаевҡа ҡарата асылған эш буйынса. Тәфтиш бында барыһын да асыҡлар һәм аҙаҡ суд нөктә ҡуйыр тип ышанам”, - тип яҙҙы Андрей Назаров.
Фото: "Башинформ".
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: