Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
7 Февраль 2021, 12:12

Бөгөн Башҡортостандың беренсе Президенты тыуған көнөн билдәләй

Мортаза Ғөбәйҙулла улын республикабыҙҙың хеҙмәт һөйөүсән, фиҙакәр халҡы исеменән тыуған көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм уға оҙон ғүмер, яҡшы кәйеф, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ!

Бөгөн, 7 февралдә, Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов тыуған көнөн билдәләй. Уға - 87 йәш! Мортаза Ғөбәйҙулла улы ошо вазифала республикаға 1993 йылдың декабренән 2010 йылдың15 июленә тиклем етәкселек итте.
Буласаҡ президент Өфө нефть институтын тамамлағандан һуң Өфө нефть эшкәртеү заводында эш башлай, төрлө хеҙмәт баҫҡыстарын үтеп, 1986 йылда завод директоры вазифаһына тәғәйенләнә. 70-се йылдарҙа сәйәсәт менән шөғөлләнә башлай, СССР халыҡ депутаты һәм СССР Юғары Советы ағзаһы булып һайлана. 1990-1993-сө йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Юғары Советы Рәйесе була. Дәүләт эшмәкәре һәм сәйәсмән Мортаза Рәхимовҡа ябай булмаған шарттарҙа республикаға 17 йыл етәкселек итергә, төрлө өлкәләрҙәге ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итергә тура килде.
Мортаза Ғөбәйҙулла улын республикабыҙҙың хеҙмәт һөйөүсән, фиҙакәр халҡы исеменән тыуған көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм уға оҙон ғүмер, яҡшы кәйеф, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ!
Фото:ufa.bezformata.com
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: