Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
29 Ғинуар 2021, 12:32

Уҡыусы Рәсәй Президенты бүләген алған

"Иң мөһиме - мин илһөйәр, үҙемдең илемде яратам. Президентты ла уның эшмәкәрлеге өсөн хөрмәт итәм..."

Булгаков ауылында йәшәгән 17 йәшлек үҫмер Рәсәй Президентынан бүләк алған. Владимир Путин Артем Ғәниевҡа портретын автограф менән бүләк иткән.
Артем Яңы йыл алдынан ошо үтенесе менән ил етәксеһенә мөрәжәғәт иткән булған. Көтөп алынған бүләкте уҡыусыға Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор Михаил Закомалдин тапшырған. Артем Булгаковтағы лицейҙа “отлично”ға уҡый.
”Иң мөһиме - мин илһөйәр, үҙемдең илемде яратам. Президентты ла уның эшмәкәрлеге өсөн хөрмәт итәм. Ул минең өсөн ысын ир-егет өлгөһө, ҙур етәксе. Мин хатымда Владимир Владимировичтан шәхси осрашыу, бергәләп фотоға төшөү тураһында үтенгәйнем. Бөтәһе лә алда әле,”- ти Артем.
Ил Президентының ҡабул итеү бүлмәһендә уҡыусы өсөн экскурсия үткәреп, учреждение эше менән таныштырғандар.
Фото: Башҡортостан буйынса Баш федераль инспекторы матбуғат хеҙмәте.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: