Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
19 Ғинуар 2021, 18:33

Ете проект Президент грантын алды

Рәсәй Президенты ярҙамын алған проекттарҙың 54-е – Башҡортостандан.

Президент гранттары фонды 2021 йылдағы тәүге конкурстың еңеүселәрен иғлан итте. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ярҙамын алған ике мең проекттың 54-е – Башҡортостандан. Һигеҙ миллион һумдан ашыу грант бирелгән ете проект мәҙәниәткә һәм сәнғәткә ҡағыла.
Бер миллион һумдан ашыу аҡса Өфөлә һаңғырауҙар өсөн театр асыуға бүленә. Ярты миллион һумға яҡын ярҙамды Ҡыйғы районындағы Хәйриә ярҙамы фонды “ГлиноЛепкин” АРТ-студияһын ойоштроуға ала. 400 мең һум самаһы “Өләсәйем әкиәттәре” онлайн-конкурсын уҙғарыуға йүнәлтелә. Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең Нефтекама ҡала ойошмаһы “Донъяға йылмай” театр оҫтаханаһын асыу тураһындағы проекты менән конкурста еңеп, 500 мең һумға яҡын грантҡа лайыҡ булды. Ғафури районында янғында зыян күргән Ташлы ауыл китапханаһы урынына заманса китапхана төҙөүгә ярты миллион һум йүнәлтелә.
Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы “Күп төрлө Башҡортостан” этнотурфесын уҙғарыуға 2,2 миллион һумдан ашыу аҡса ала. Рима Баталованың “Милләт йәштәре” төбәк йәмәғәт фонды “Беҙгә ҡанат бүләк итегеҙ” проекты өс миллион һумлыҡ грантҡа лайыҡ булды.
Фото: culture.bashkortostan.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: