Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
6 Ғинуар 2021, 11:18

"2021 йылға өмөт менән ҡарайбыҙ"

Владимир Путин социаль мәсьәләләргә арналған кәңәшмә үткәрҙе. Унда Радий Хәбиров ҡатнашты.

Кисә 5 ғинуарҙа, Рәсәй Президенты Владимир Путин видеоконференция тәртибендә социаль мәсьәләләр буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.
– Беҙҙең эштең төп маҡсаты булып кешеләрҙең яҡшыраҡ йәшәүе тора, тимәк, иң мөһиме - социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү, – тине Владимир Путин. – Бөгөн Раштыуа байрамы алдынан тап ошо проблемалар тураһында һөйләшергә ниәт. Тәү сиратта кешеләр дәүләт ярҙамына мохтаж булған осраҡтарҙы ҡарайыҡ. Һорауҙар күп төрлө, тик уларҙы бер нәмә берләштерә – беҙҙең дәүләт структураларының граждандарҙы социаль яҡлау буйынса эшмәкәрлеге.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар һирәк осрай торған сирҙәрҙән яфаланған балаларҙы дарыу менән тәьмин итеү, ясле һәм баҡсаларҙағы урындарҙы арттырыу, башланғыс кластарҙа уҡығандар өсөн бушлай туҡланыу ойоштороу, ғаиләләргә социаль түләүҙәрҙе ваҡытында биреү, пенсияларҙы индексациялау һәм башҡа темалар тураһында һөйләште.
Владимир Путин белдереүенсә, 2021 йылдың 1 ғинуарынан өс йәштән ете йәшкә тиклемге балалар үҫкән аҙ килемле ғаиләләргә ярҙам сараһы яңыса эшләй башларға тейеш. Әгәр быға тиклем түләү йәшәү минимумының яртыһын тәшкил итһә, хәҙер ул бер йәшәү минимумына тиклем артырға тейеш. Тик шарты бар: әгәр быға тиклем түләгән аҡса ғаиләгә мохтажлыҡтан сығыу өсөн етмәгән булһа.
Кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та сығыш яһаны.
– Мәктәптәрҙә йылы аш ойоштороу буйынса. Был, беҙҙеңсә, иң изге башланғыстарҙың береһе. Шуға күрә алдан да 22 мең самаһы баланы бушлай ашата инек, хәҙер уларҙың һаны 223 меңгә етте. Быға әҙерләнә инек, – тине ул.
Радий Фәрит улы белдереүенсә, был эш еңел бирелмәй. Башҡортостанда ике меңдән ашыу мәктәп бар, уларҙың күпселеге ауылдарҙа. Тимәк, аҙ комплектлылары ла байтаҡ. Уларҙа йылы аш ойоштороу буйынса моделдәр күп. Был эшкә ата-әсәләр ҙә йәлеп ителде, улар туҡланыу сифатын контролдә тота. Төбәк етәксеһе белдереүенсә, мәктәп ашханалары һәм аш-һыу блоктары ремонт талап итә. Быға әҙерлек бара.
– Ҡыҙыҡлы миҫал килтерәм. Ике йыл элек беҙ мәктәптәргә килгән итте тикшерҙек. Һәм унда Башҡортостан ите ни бары 13 процент ине. Хатта буйвол ите, башҡалары ла бар ине. Әле мәктәптәрҙә беҙҙең ит – 90 процент самаһы. Эйе, Ырымбурҙан һәм башҡа төбәктәрҙән дә алабыҙ. Тик, дөйөм алғанда, аҙыҡ-түлек сифаты күпкә яҡшырҙы. Бының өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт, Владимир Владимирович. Ата-әсәләр ҙә рәхмәтле! – тине ул.
Мәктәпкә тиклемге йәштәге балаларға Яңы йыл алдынан бирелгән биш мең һумлыҡ пособие буйынса ҡарар ҡабул ителеү менән эш башланған.
– Ғинуар башланғансы ошо түләүҙәрҙе 406 мең бала алды. Дөйөм иҫәптең 100 проценты тиерлек. Был аҡсаны биреү ауыр булманы, сөнки беҙ тәүге түләүҙәр осоронан эшләргә өйрәндек, база барлыҡҡа килде, – тине Радий Хәбиров.
Иң мөһиме – ведомство-ара хеҙмәттәшлек арҡаһында кешеләргә һәр түләү һәм пособие өсөн справкалар йыйып йөрөү кәрәкмәй. Ғариза биреү етә – һөҙөмтәлә бында ҡатнашҡан бөтә хеҙмәттәр досье булдыра, һәм аҡса картаға килә.
– Йыл еңел булманы. Тик беҙ барыбер торлаҡты ла, социаль-мәҙәни объекттарҙы ла төҙөүҙе ҡыҫҡартманыҡ, – тине Радий Хәбиров. – Мәктәпкә тиклемге учреждениелар төҙөү буйынса быйыл беҙҙә рекорд. Бер ҡасан да улай булғаны юҡ ине. 25 балалар баҡсаһы сафҡа инде. Былтыр 23 ине. Был мәсьәләлә алға китеш бар, шулай дауам итәсәкбеҙ.
Радий Фәрит улы белдереүенсә, республикала шәхси балалар баҡсалары мөмкинлектәре лә киңәйтелде. Былтыр улар өсөн алты мең һумлыҡ сертификат бирә башланыҡ. Тимәк, ата-әсә сертификат ала, лицензия үткән мәктәпкә тиклемге шәхси учреждениеға барып, балаһын бирә. Шулай итеп, ата-әсә өсөн дә мөмкинлектәр арта, шәхси бизнесҡа ла ярҙам күрһәтелә.
– Дөйөм алғанда, йыл ыңғай булды. Һеҙгә ярҙам өсөн рәхмәт. 2020 йылда булышлыҡ бик кәрәк ине, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ социаль ярҙам өсөн бирелгән аҡсаны һананыҡ: 2019 йылда 19 миллиард һум бүленһә, 2020 йылда – 36 миллиард һум. Бөтәһе лә кешеләргә килде, ҡулланыусылар баҙарына китте. Дөйөм алғанда, халыҡ үҙен ышаныслыраҡ тойҙо. Беҙ 2021 йылға өмөт менән ҡарайбыҙ. Бар бурыстарҙы ла үтәйәсәкбеҙ.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: