Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
31 Декабрь 2020, 12:39

Указда - йәнә үҙгәрештәр

Мотлаҡ ҡурсаланыу тәртибе 65 йәштән өлкәндәр һәм хроник сирлеләр өсөн 2021 йылдың 14 ғинуарына тиклем ғәмәлдә.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек тәртибе тураһындағы указға үҙгәрештәр индерҙе.
Документтың яңы редакцияһына ярашлы, мотлаҡ ҡурсаланыу тәртибе 65 йәштән өлкәндәр һәм хроник сирлеләр өсөн 2021 йылдың 14 ғинуарына тиклем ғәмәлдә.
Бөйөк Британиянан Башҡортостанға килгәндәр, шул иҫәптән илдең башҡа төбәктәре аша транзит юл менән килгән граждандар йәшәгән урындарында 14 көнлөк мотлаҡ ҡурсаланыу режимын күҙәтергә бурыслы.
Социаль учреждениеларҙа йәшәгәндәр өсөн мотлаҡ ҡурсаланыу режимы 2021 йылдың 28 февраленә тиклем оҙайтылды.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Автор: Римма Султанова
Читайте нас: