Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
29 Декабрь 2020, 11:08

“Йыл ҡаҙанышы” грантын кемдәр алды?

Улар иң яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән район, ҡалаларға бирелде.

Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә 2020 йыл йомғаҡтары буйынса үҙҙәренең биләмәләрен үҫтереүгә Башҡортостан башлығының “Йыл ҡаҙанышы” грантын алған муниципалитеттарҙы билдәләнеләр.
Мәғлүм булыуынса, был гранттар былтыр булдырылғайны. Улар социаль-иҡтисади үҫештең айырым йүнәлештәре буйынса иң яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән район, ҡалаларға бирелә.
Йыл йомғаҡтары буйынса “Демографик именлек” номинацияһында Нефтекама ҡалаһы, Өфө һәм Бөрйән райондары еңеүсе тип танылды. “Эшҡыуарға булышлыҡ итеү” номинацияһында – Ағиҙел ҡалаһы, Благовещен һәм Борай райондары, “Ауыл хужалығында лидерлыҡ” номинацияһында – Мәләүез һәм Илеш райондары, “Көрсөккә ҡаршы менеджмент”та Салауат ҡалаһы, Бәләбәй һәм Тәтешле райондары иң-иңдәр тип билдәләнде. “Хәүефһеҙ һәм уңайлы биләмә” номинацияһында грант Стәрлетамаҡ ҡалаһына, Яңауыл һәм Баҡалы райондарына бирелә. “Йәштәр муниципалитеты” номинацияһында – Өфө ҡалаһы, Стәрлетамаҡ һәм Нуриман райондары, ә “Тауыш биреүсе муниципалитет” номинацияһында Сибай ҡалаһы, Дүртөйлө һәм Әлшәй райондары еңеп сыҡты.
– Еңеүселәрҙе ҡотлайым. Ҙур хеҙмәт өсөн рәхмәт, – тине Радий Хәбиров. – Минеңсә, ғорурланырлыҡ ҡаҙаныштар бар. Шулай уҡ башҡараһы эштәр ҙә етерлек.
Фото: glavarb.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: