Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
29 Декабрь 2020, 22:02

Мөһим сара башланды!

Радий Хәбировтың матбуғат конференцияһын телевизор һәм интернет аша ҡарағыҙ.

Бөгөн Башҡортостанда мөһим сәйәси сара. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был вазифала тәүге тапҡыр тура эфирҙа ҙур матбуғат конференцияһы үткәрә.
Яңы йыл алдынын ойошторолған сараның йыл йомғаҡтарына арналғаны аңлашыла. Тура трансляцияны Башҡортостан юлдаш телеканалы, “Рәсәй-24”, “Башҡортостан 24”, UTV һәм “Вся Уфа” телеканалдары аша хәҙерҙән ҡарарға була. Шулай уҡ социаль селтәрҙәрҙә бара.
Матбуғат конференцияһында журналистар ҡатнаша, шулай уҡ республика кешеләре лә төбәк етәксеһенә һорау бирә ала. Район һәм ҡала журналистары шулай уҡ осрашыуға онлайн тәртибендә ҡушыласаҡ. Һорауҙарҙы әле лә социаль селтәрҙәр аша, Башҡортостан юлдаш телеканалының “Бәйләнештә”ге төркөмөнә ебәрергә була. Алып барыусылар белдереүенсә, әленән меңдән ашыу һорау килгән һәм улар килеүен дауам итә.
Шулай итеп, мөһим сара башланды. Радий Хәбиров бындай форматта беренсе тапҡыр матбуғат конференцияһы үткәрә һәм әҙерәк тулҡынланыуы тураһында белдерҙе. Ә кәйефе яҡшы тине. Үтеп киткән йылды иһә ул, дөйөм алғанда, ыңғай баһаланы.
Фото: "Башинформ".
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: