Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
2 Декабрь 2020, 12:38

Вазифаларынан бушатыласаҡтар

/

Президент В.В.Путин Дәүләт думаһына башҡа ил граждандарына, йәки башҡа илдәрҙә лә гражданлыҡҡа эйә булған Рәсәй граждандарына дәүләт һәм муниципаль власть органдарында вазифа биләүҙе тыйыусы закон пректтарын тәҡдим итте.
Был закон проекттары нигеҙендә Хеҙмәт кодексына ошондай үҙгәрештәр индерелде:
Дәүләт һәм муниципаль власть органдарында Рәсәй гражданлығы булмағандар эшләй алмай;
Рәсәйҙән тыш, башҡа илдәр гаржданлығы булғандар ҙа был вазифаларға тәғәйенләнмәй;
Башҡа илдәрҙә йәшәү хоҡуғы булғандарға был өлкәлә вазифа биләү тыйыла.
“Бөгөнгө көндә дәүләт һәм муниципаль власть органдарында бындай граждандар вазифа биләй икән, улар урындарын бушатырға тейеш. Дәүләт сере асыҡ булған урындарҙа ике ил гражданы булыусыларға эшләү тыйыла,” - тине ил башлығы.
#ВВПУТИН
Альфира Узянбаева.
https://ataysal.rbsmi.ru/news/Vazifalarinan-bushatilasa-tar-570099/
Читайте нас: