Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
20 Ноябрь 2020, 11:52

Башҡортостан Башлығы юғары әҙерлек режимы тураһында указға үҙгәрештәр индерҙе

*

Республика Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек режимы тураһында указға үҙгәрештәр индерҙе.
Документтың яңы редакцияһына ярашлы, 65 йәштән өлкәндәр, шулай уҡ хроник сирлеләр өсөн индерелгән мотлаҡ изоляция тәртибе 10-ынан 23 ноябргә һәм 24-енән 30 ноябргә тиклем билдәләнә. Был – ауырығанлыҡ ҡағыҙҙарын иҫәпләү өсөн рәсми процедура. Халыҡ өсөн изоляция тәртибе үҙгәрмәй.
Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы бушлай туҡланыуға хоҡуҡлы (башланғыс кластарҙан тыш) уҡыусыларға аҙыҡ-түлек йыйылмаһын таратыуҙы ойоштора.
Читайте нас: