Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
12 Ноябрь 2020, 16:55

Быйыл Яңы йыл байрамы сикләнә

Был туралағы ҡарарҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡабул итер тип көтөлә.

Йыл буйы көтөп алған мөғжизәле байрам Яңы йылға ла күп ҡалманы. Тик күптәр уны бер ни тиклем хәүеф менән ҡаршылай. Коронавирус инфекцияһын әле һаман еңеп булмай, киреһенсә, һалҡындар төшкәс, ул аҙҙы. Ә байрамды беҙ күп кешеләр ҡатнашлығында киң итеп үткәрергә күнеккәнбеҙ. Быйыл нисек булыр?
“Башинформ” агентлығы “Подслушано в Башкирии” телеграм-каналына һылтанып, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың етеп килгән Яңы йыл байрамына сикләүҙәр индереүе тураһында хәбәр итә. Былар, әлбиттә, төбәктә һаман сигенергә теләмәгән коронавирус инфекцияһы таралыуы арҡаһындағы санитар-эпидемиолог шарттарға бәйле.
Мәҫәлән, төбәк етәксеһе республика һәм муниципаль кимәл чиновниктарына Яңы йыл корпоративтары үткәреүҙе тыясаҡ. Башҡалар кешеләр һаны 50-нән ашмаған коллектив менән генә билдәләй аласаҡ. Байрам берәй йәмәғәт туҡланыуы урынында булһа, уны төнгө сәғәт 12-гә тиклем тамамларға тура киләсәк.
Быға тиклем ошондай уҡ сикләүҙәрҙең Мәскәүҙә лә ҡабул ителәсәге билдәле булғайны. Унда күп кеше ҡатнашҡан Яңы йыл һәм Раштыуа байрамдары үткәреү кисектерелде. Ә Башҡортостанда урам буйы шыршылары һәм боҙ ҡаласыҡтары ҡаласаҡ.
Әлегә был мәсьәлә буйынса рәсми ҡарар юҡ.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: