Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
12 Ноябрь 2020, 13:32

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы йыл байрамдарына сикләүҙәр индерә

Улар республикала яңы коронавирус инфекцияһы буйынса санитар-эпидемиологик хәл менән бәйле

Радий Хәбиров яңы йыл байрамдарына сикләүҙәр тураһында ҡарар ҡабул итте. Улар республикала яңы коронавирус инфекцияһы буйынса санитар-эпидемиологик хәл менән бәйле, тип хәбәр итте «Подслушано в Башкирии» телеграм-каналы Башҡортостан етәксеһе хакимиәтендәге сығанаҡҡа һылтанма менән.
Атап әйткәндә, Башҡортостан Башлығы республика һәм муниципаль кимәлдәге чиновниктарға корпоратив ойоштороуҙы тыйырға йыйына. Башҡаларға 2021 йылдың яҡынлашыуын 50 кешенән артмаған коллективта билдәләргә мөмкин. Байрам төнгө сәғәт 12-гә тиклем генә дауам итергә тейеш.
Мәскәү барлыҡ Яңы йыл һәм Раштыуа байрамдарын 15 ғинуарға тиклем тыйыуға ҡарамаҫтан, Башҡортостанда урам шыршыларын һәм боҙ ҡаласыҡтарын ҡалдырырға хәл иттеләр.
Ошо мәсьәлә буйынса рәсми белдереүҙәр әлегә баҫылмаған.
Фото: Олег Яровиков
Читайте нас: