Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә законһыҙ алкоголь әйләнешенә ҡаршы көрәш тураһында һүҙ булды. Ағымдағы йылдың туғыҙ айы эсендә әйләнештән 56 мең литр законһыҙ алкоголь һәм спиртлы эсемлек тартып алынған. Сибай, Стәрлетамаҡ, Нефтекама һәм Бөрө ҡалаларында алты йәшерен цех юҡҡа сығарылған. Был турала Эске эштәр министрлығының Башҡортостан буйынса Иҡтисади хәүефһеҙлек һәм коррупцияға ҡаршы көрәш идаралығының бүлек начальнигы Роберт Мөрсәлимов һөйләне.
Был өлкәләге енәйәттәрҙе башлыса берәмләп һатыу предприятиелары һәм шәхси һатыусылар башҡара. Улар башҡа төбәктәрҙән индерелгән арзан суррогат тауарҙы тарата.
– Тикшереү мәғлүмәттәре буйынса 142 енәйәт эше ҡуҙғатылған. 125 эш судҡа йүнәлтелде. 72 кеше енәйәт яуаплылығына тарттырылды, – тине ул. – Бынан тыш, 1700 самаһы административ хоҡуҡ боҙоуға юл ҡуйылманы, 1600 кешегә штраф һалынды. Вәкәләтле кешеләргә 5,3 миллион һумлыҡ штраф һалынды, уның биш миллионы алынды ла.
Башҡортостан Башлығы законһыҙ рәүештә спиртлы эсемлек һатыусылар тураһында тейешле органдарға еткергән кешеләргә премия бирергә тәҡдим итте.
– Хәтерләйһегеҙме, ике йыл элек бының менән шөғөлләнә генә башлаған саҡта Әбйәлил районына сығып ниндәй көрәш башлағайныҡ? Тағы иғтибарлап ҡарарға кәрәк: йәнә берәй районда улар баш күтәрә башламағанмы? Әгәр шулай икән, унда тулы кимәлдә тикшереү үткәрергә кәрәк. Кешеләргә ағыу һатҡан әҙәмдәр менән көрәш ҡаты булырға тейеш, – тине Радий Хәбиров.
Төбәк етәксеһе фекеренсә, бындай һатыусылар тураһында мәғлүмәт биргән кешеләргә премия түләргә кәрәк.
– Әйҙә “Башспирт” үҙ исеменән премия иғлан итһен. Ҡайҙа һәм кем ағыу һатҡанын әйтәһең икән – һиңә премия. Элек бындай ғәмәл бар ине, уны тергеҙергә кәрәк. Был зарар менән көрәшкән саҡта әхлаҡи принциптар тураһында уйларға кәрәкмәй, – тине Башҡортостан Башлығы.
Ә дөйөм алғанда, республикала суррогат алкоголдән ағыуланыу осраҡтары кәмегән. Республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев белдереүенсә, 2018 йылда унан 211 кеше һәләк булһа, 2019 йылда – 99. Быйыл иһә һигеҙ ай эсендә 42 кешенең ғүмере өҙөлгән.