Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
21 Октябрь 2020, 21:48

Ҡотлайбыҙ!

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Илшат Тажетдинов юғары дәүләт наградаһы менән бүләкләнде.

Рәсәй Президенты Указы менән Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне, өлгәшелгән хеҙмәт уңыштары өсөн юғары дәүләт наградаһы – II дәрәжә “Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн” орден миҙалы менән бүләкләнде.
Илшат Азамат улының эшмәкәрлеге дәүләт хеҙмәте менән тығыҙ бәйле. 1998 йылда Башҡортостан Президенты Хакимиәтендә белгес вазифаһынан башлана был юл. Артабан И. Тажетдинов Финанс министрлығында, Федераль ҡаҙнасылыҡтың республика идаралығында, Башҡорт дәүләт университетында эшләй. 2010 йылдан Башҡортостан Хөкүмәте Аппаратына етәкселек итә.
Һөҙөмтәле практик эшмәкәрлекте ғилми-тикшеренеү эше менән уңышлы берләштерә. “Социаль-иҡтисади системалар үҫешенә стратегик идара итеү” тигән тема буйынса докторлыҡ диссертацияһын яҡлаған. “Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн” ордены, Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән. И.А. Тажетдинов – Башҡортостандың атҡаҙанған иҡтисадсыһы.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте.
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: