Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
21 Октябрь 2020, 15:17

Иң-иңдәргә - дәүләт наградалары

М.Кәримдең тыуыуына 101 йыл тулыу айҡанлы бөйөк шәхестең исемен мәңгеләштереүгә тос өлөш индергән кешеләр Почет грамоталары, рәхмәт хаты, маҡтаулы исемдәр алды.

Мостай Кәримдең тыуыуына 101 йыл тулыу айҡанлы бөйөк шәхестең исемен мәңгеләштереүгә тос өлөш индергән кешеләр Почет грамоталары, рәхмәт хаты, маҡтаулы исемдәр алды. Был хаҡта республика Башлығы сайты хәбәр итте.
– Башҡортостанда йәшәгән һәр кем, һәр рәсәйле өсөн Мостай Кәрим исеме айырым мәғәнәгә эйә, – тине БР Башлығы. – Ул – халыҡ шағиры, зирәк остаз, яугир-фронтовик. Беҙҙең республика йәмәғәтселегенең әхлаҡи торошона оло йоғонто яһаған кеше. Ул ябай һәм изгелекле кеше ине. Уның менән шәхси аралашҡан күптәр ошо осрашыуҙар тураһында иҫтәлекте һаҡлай. Мин дә уның кешелеклелек сифаттары арбауына эләктем. Уның хаҡында хәтерләгәндә, күңелдә тик йылы тойғолар, – тине ул.
Республика башлығы 2019 йылда бөйөк әҙиптең 100 йыллығына бағышланған сараларҙы үткәреүҙә әүҙем ҡатнашҡандарға рәхмәт әйтте. “Һеңлекәш”, “Өс таған” нәфис фильмдары, яҙыусының әҫәрҙәре буйынса театр постановкалары өҫтөндә эшләгән ижади коллективтарҙы айырым билдәләп үтте.
Фото – республика Башлығының рәсми сайтынан.
Автор: Равиля Гатауллина
Читайте нас: