Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
19 Октябрь 2020, 17:56

“Өфө-2” ҡаласығы эргәһендә – парк һәм сиркәү

“Әгәр ошондай ҡарар ҡабул итмәһәк, икенсе майҙанда күптән йорт төҙөрҙәр ине”.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәлә Өфөлә “Өфө-2” ҡаласығы эргәһендәге майҙансыҡта парк һәм сиркәү төҙөләсәге хаҡында белдерҙе. Был тәҡдим халыҡтан килгән, тип аңлатты ул. “Шулай итеп, ҡалаға ингән ерҙә мосолман мәсете (“Әр-Рәхим”) һәм православие ҡорамы буласаҡ”, – тип билдәләне Радий Хәбиров.
Ҡаҙыу эштәренә килгәндә, республика Башлығы “тарихсылар тәҡдим иткән проектты нисек ғәмәлгә ашырырға икәнен уйларға кәрәк” тине. “Әгәр ошондай ҡарар ҡабул итмәһәк, икенсе майҙанда күптән йорт төҙөрҙәр ине”, – тип билдәләне Радий Хәбиров.
17 октябрҙә Воровской һәм Зәки Вәлиди урамдары сатында Бөтә Изгеләр ҡорамына нигеҙ ташы һалынды. Сарала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, республика Башлығы Хакимиәте Етәксеһе Александр Сидякин ҡатнашты. Өфө һәм Стәрлетамаҡ митрополиты Никон ташты изгеләндереү йолаһын үткәрҙе.
Валерий Шахов фотоһы.
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: