Хәйбулла хәбәрҙәре
+12 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Телеграм
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
17 Октябрь 2020, 12:17
"Тыуған яғында һәйкәл дә кәрәк"
Стәрлетамаҡта легендар полководец Муса Мортазинға мемориаль таҡтаташ асылды.
Стәрлетамаҡтың Карл Маркс урамындағы 103-сө йортта легендар полководец Муса Мортазинға мемориаль таҡтаташ асылды. 1921 – 1922 йылдарҙа тап ошонда Башҡортостан Үҙәк Башҡарма комитеты урынлашҡан булған.
“Муса Мортазиндың тормош һәм эшмәкәрлек йылдары илебеҙ өсөн дәһшәтле, фажиғәле осорға тура килә. Муса Лут улы – республикабыҙ тарихында сағыу эҙ ҡалдырған шәхес. Уға арналған әҙәби әҫәрҙәр, китаптар бик күп, Учалы, Сибай, Баймаҡ ҡалаларындағы урамдарға легендар комбриг исеме бирелгән. Тыуған ауылы Көсөктә музейы бар. Ҡаһармандың исемен мәңгеләштереү маҡсатында тыуған яғында – Учалы районында һәйкәл асырға кәрәк, – тине тантанала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова. – Тарихи ғәҙеллекте тергеҙеү өсөн барыһының да – йәмәғәт ойошмалары, дәүләт эшмәкәрҙәре, муниципаль власть органдарының тырышлығын берләштереү шарт”.
Мәғлүм булыуынса, Муса Мортазин – Граждандар һуғышы ҡаһарманы, полководец, башҡорт халҡына автономия алып биреүгә күп көс һалған дәүләт эшмәкәре.
Фото: kurultai.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
https://bash.rbsmi.ru/articles/sh-khest-r/Tiu-an-ya-inda--yk-l-d-k-r-k-502303/
Читайте нас: