-14 °С
Болотло
«Һеҙҙе Башҡортостанда сәләмләүемә бик шатмын, – тине Радий Хәбиров. – Беҙҙең комиссариатты бөтә ғүмерен тиерлек Ҡораллы көстәргә хеҙмәт итеүгә арнаған кеше етәкләй. Республикабыҙ ҙур, халыҡ әүҙем. Беҙҙә хәрби традициялар көслө, хәрби хеҙмәттең дәрәжәһе юғары. Башҡортостан Рәсәйҙең Оборона министрлығында яҡшы иҫәптә. Был эште уңышлы дауам итерһегеҙ тип өмөтләнәбеҙ. Рәхим итегеҙ».
«Мин республиканың тарихы, минән алда ошо вазифала эшләгәндәрҙең ҡаҙаныштары менән танышмын, – тине Башҡортостандың хәрби комиссары. – Бында хәрби хеҙмәткә саҡырыу потенциалы бик юғары, был эште ошондай кимәлдә алып барыу өсөн бөтә көсөмдө һалырмын. Беҙҙең бурыстар ҙур, яҡшыға ынтылырбыҙ».
Фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте